

Кисә, 13 февралдә Өфөлә ун йәшлек бала юғалған. Арсений Идиәтуллин, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йөрөп киләм тип өйөнән төш ваҡытында сығып китә һәм ҡайтмай. Был турала "Лиза Алерт" эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзалары хәбәр итә.
Уның билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса буй-һынлы, сәсе һәм күҙҙәре көрән төҫтә. Сығып киткән көндө ул биҙәкле зәңгәр куртка, ҡара трико, аҡ табанлы ҡара кроссовки, һоро шапка кейгән булған.
Әлеге ваҡытта баланы эҙләү дауам итә. Бының өсөн әүҙемселәр кәрәк. Ошо уҡ ваҡытта полиция ла Арсенийҙы эҙләй.
Әгәр баланың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 279-46-79, 272-85-90 номеры буйынса полицияның 3-сө бүлексәһенә, 8(800)700-54-52 номеры буйынса "Лиза Алерт"ҡа, 02, 112 телефондар буйынса шылтыратырға кәрәк.
Фото: "Моя Уфа".