

Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһының Совет урамындағы шәхси йортта ут сыҡҡан.
Янғын һүндереүселәр килгәндә 20 квадрат метрлыҡ торлаҡты ялҡын ялмаған була. Ҡобараһы осҡан 73 йәшлек хужабикә өйҙән үҙе сыға ала ла бит, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" килгәнсе вафат була. Янғынды илле минутта һүндереүгә өлгәшәләр.
Шулай уҡ Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ла 1962 йылғы ир янғында ҡаза күрә. Уның йортонда ла "ҡыҙыл әтәс" ҡотора. Ҡотҡарыусылар килгәндә, 40 квадрат метрҙа асыҡ яныу күҙәтелә. Ирҙе Асҡар дауаханаһының хирургия бүлегенә ебәрәләр - тәненең төрлө өлөштәре бешкән, ти табиптар.
Янғындар йышыраҡ ут менән һаҡһыҙ ҡыланғандан сыға, ти ҡотҡарыусылар. Шуға ла, бәлә-ҡаза сыҡмаһын өсөн, йортта тәмәке көйрәтмәү, электр сымдарын, йылытыу ҡорамалдарын даими тикшереп тороу фарыз, тип иҫкәртәләр улар.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.