Хәүефһеҙлек
15 Февраль 2022, 16:15

Стационар комплекстар арта

Быйыл төбәк юлдарында стационар фотовидеотеркәү комплекстары һаны 1815 берәмеккә еткереләсәк, был 2020 йылғынан 79 процентҡа күберәк.

Стационар комплекстар артаСтационар комплекстар арта
Стационар комплекстар арта

2022 йылдың 1 мартына республика Башлығы ҡушыуы буйынса төбәк юлдарында стационар фотовидеотеркәү комплекстары һаны 1815 берәмеккә еткереләсәк, был 2020 йылғынан 79 процентҡа күберәк. 1815 комплекстың 1746-һы – стационар, 63-ө – күсмә, 6-һы – мобиль. Уларға быйыл ғына 330 камера өҫтәлде.

"Анализ күрһәтеүенсә, был - водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын үтәргә мәжбүр иткән тәьҫирле сараларҙың береһе. Уҙған йылдың авгусынан камералар урынлашҡан урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны – 4,1 процентҡа, юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем кимәле 3,2 процентҡа, йәрәхәтләнгәндәр иҫәбе алты процентҡа кәмегән", – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Шул уҡ ваҡытта комплекстарҙы яңынан күсереү эше лә башҡарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса федераль әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға 50 өҫтәмә комплексты күсереү буйынса эш башланды.

Әлеге ваҡытта 31 комплекс күсерелгән, ҡалғандары буйынса эш башлау һәм көйләү алып барыла, улар ҙа 2022 йылдың 1 мартына тиклем тамамланырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплекстары урынлашҡан урындар хаҡында мөһим мәғлүмәтте Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге сайттарында табырға мөмкин. Уларҙа эшләгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстарының урынлашыу тамғалары менән интерактив картаға күсеү менән баннерҙар урынлаштырылған. Интерактив карталағы мәғлүмәт реаль ваҡыт режимында яңыртыла. Карта менән танышыу өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: http://svkrb.ru/kam/index.html

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54870

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас