Хәүефһеҙлек
18 Февраль 2022, 16:00

Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Өс аҙнала республикала янғындарҙа 24 кеше һәләк булды...

Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт иттеФәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Республикала янғынға бәйле хәл шәптән түгел. Ошо йәһәттән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәк халҡына мөрәжәғәт итте.

“Хөрмәтле республика халҡы!

Һуңғы айҙа янғында һәләк булғандар һаны ҡырҡа артты. Өс аҙнала - 24 кеше, был уҙған йылдың феврале менән сағыштырғанда өс тапҡырға күп. Дүрт осраҡта икешәр кеше һәләк булған: Бәләбәй, Благовещен, Иглин һәм Мәләүез райондарында.

Үлемесле янғындарҙың 80 проценты ауыл ерҙәренә тура килә. Уларҙың төп сәбәптәре: тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү; электр ҡорамалдарын дөрөҫ йыймау һәм файҙаланмау; газ баллоны шартлауы.

Күптәр эскән килеш өйҙә тәмәке тарта. Ошо - февралдә теркәлгән ун янғындың яҡынса сәбәбе. Фажиғәғә юл ҡуймаҫ өсөн һүндерелмәгән тәмәкене ташламағыҙ, бинала тартмағыҙ, электр селтәренә көс төшөрмәгеҙ, мейесте ҡарап ҡына яғығыҙ, утты үҙаллы һүндерергә маташмағыҙ!

Ҡулдан яһалған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарҙы эшләтеп ебәрмәгеҙ! Электр ҡорамалын дөрөҫ йыймау һәм файҙаланмау сәбәпле февралдә 11 кеше һәләк булды.

Яҡындарығыҙҙы һәм таныштырығыҙҙы эскән хәлдә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, шулай уҡ балаларҙы ла.

Иң мөһиме – балаларығыҙ менән янғын ваҡытында ниндәй сара күреү тәртибен өйрәнегеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү күп фажиғәләрҙән ҡотҡарасаҡ.

Шулай уҡ һөҙөмтәле сара – торлаҡты янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыу. Ошо бәләкәй сиреналарҙың эшләүе һөҙөмтәһендә рсепубликала 683 кеше ҡотҡарылған, шул иҫәптән 266 бала.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәү һөҙөмтәһендә ҡорбан булғандарҙың әсәләренең һәм туғандарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Уларҙы яҡындарығыҙға һәм тирә-яҡтағыларға боҙоуға юл ҡуймағыҙ. Шул саҡта янғынға бәйле фажиғәләрҙән үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлап ҡалырһығыҙ”, - тип мөрәжәғәт итте Фәрит Ғүмәров.

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас