Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Февраль 2022, 12:30

Бөгөн юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр

Башҡортостанда һауа торошо боҙолоп тора –  һалҡынайта, яуым-төшөм көсәйә.

Бөгөн юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр
Бөгөн юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр

Башҡортостанда әлеге ваҡытта һауа шарттары боҙолоп тора – температура режимы төшә, яуым-төшөм көсәйә. Епшек ҡар, ҡапыл иҫкән ел, күреүсәнлекте насарайтҡан буран күҙәтелә. Юлдарҙа урыны менән һырынты һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килгән.

Республиканың Дәүләт инспекцияһы водителдәргә шәхси автомобилдәрендә юлға сығыуҙан тыйылып торорға, ҡала эсендә лә йәмәғәт транспорты менән файҙаланырға, алыҫ араға, бигерәк тә төндә, юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Юлдың торошона һәм айырым хәлгә ҡарап, хәрәкәт тиҙлеген һайлағыҙ. Хәрәкәт иткәндә бар яҡлап та арауыҡты һаҡларға кәрәк. Көтөлмәгән хәрәкәттәрҙән һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙан тыйылығыҙ. Юл сатында, киҫелешкән урындарҙа һәм йәйәүлеләр үткәүелендә бик иғтибарлы булығыҙ.

Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға, төндә утты сағылдырыусы элементтары булған кейем, билдә менән йөрөгә кәрәк.

Һауа торошо насар көндәрҙә ЮХХДИ инспекторҙары тораҡ пункттарындағы һәм унан ситтәге юлдарҙа ла юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итергә тырыша. Юлда ауыр хәл килеп тыуғанда тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хеҙмәткәрҙәр мөмкин тиклем ярҙам итәсәк, талап ителгәндә техник хеҙмәттәрҙе һәм эвакуатор саҡырыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: