Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Февраль 2022, 10:00

Йәнә эт, йәнә балаға тейгән...

Алты йәшлек малай әле дауаханала. 

Йәнә эт, йәнә балаға тейгән...
Йәнә эт, йәнә балаға тейгән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ошоноң ише яңылыҡтар артты. Башҡортостанда йәнә эттәр балаға тейгән. Был юлы ваҡиға Өфө районының Михайловка ауылында булған.

Алты йәшлек бала балалар майҙансығында уйнаған. Бер мәлдә күршеһенең овчаркаһы бәйҙән ысҡынған һәм сабыйға ташланған. Хайуан уның битен, аяҡ-ҡулдарын тешләгән. Әгәр шул саҡта был хәлде башҡа күршеләре күреп ҡалмаһа, был ваҡиғаның фажиғә менән тамамланыуы көн кеүек асыҡ...

Малайҙы йәрәхәттәр менән Республика балалар клиник дауаханаһына алып киткәндәр. Табиптар уның хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Баланың тәнендә йәрәхәттәр һәм һыҙырылған урындар күп. Уға бөтә яҡлап та ярҙам күрһәтелә.

Әйткәндәй, эттең хужалары был хәл буйынса комментарий бирмәгән...

Фото: newinform.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: