Хәүефһеҙлек
22 Февраля 2022, 04:00

Яуапһыҙлыҡ бәләһе

Сорғотҡа эшкә барып, былтырғы йылдың 29 ноябрендә сәйер рәүештә ғәйеп булған 32 йәшлек Арыҫлан Тайыповты эҙләү туҡтатылған. Ул...

Добавить в предпочтительные источники Google
Яуапһыҙлыҡ бәләһеЯуапһыҙлыҡ бәләһе
Яуапһыҙлыҡ бәләһе

Сорғотҡа эшкә барып, былтырғы йылдың 29 ноябрендә сәйер рәүештә ғәйеп булған 32 йәшлек Арыҫлан Тайыповты эҙләү туҡтатылған. Туғаны әйтеүенсә, ул иҫән-һау, барыһы ла яҡшы.

Күпме кеше уны эҙләп, остоҡтай хәбәр көтөп өҙгөләнгәндә, ҡайҙа йөрөгән һуң ул?

- Был ваҡыт арауығында ул Өфөлә заводта эшләп йөрөгән. Бар туғандары аҡылдан яҙырҙай булып уны эҙләгәндә ни өсөн иҫкәртмәгәндер - аңлашылмай, - тигән апаһы "Комсомолка" хәбәрсеһенә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Арыҫлан Себергә эшкә китеп, бер көндө танышы менән талашҡандан һуң йыйынып сығып китеп, эҙһеҙ юғалғайны. Ирҙе 2,5 ай буйы тиерлек урындағы ирекмәндәр һәм полиция эҙләне.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина