Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә ваҡытлыса йөк һәм пассажирҙар транспортының М-5 трассаһында хәрәкәте сикләнә.
23 февралдә 20.00 сәғәттән (урындағы ваҡыт, 18.00 – Мәскәү ваҡыты) М-5 “Урал” федераль автоюлының 1194-сенән алып (Ырымбур өлкәһе, Северное) 1281-се километрына тиклем (Октябрьский ҡалаһы, Башҡортостан менән Татарстан сиге) Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстан Республикаһында пассажирҙар автобустарының һәм йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә, тип хәбәр иттеләр "Урал буйы" юл идаралығынан.
Сәбәбе: көслө ел, ҡарҙың күп яуыуы, күреүҙең сикләнеүе.
Фото: 123ru.net