Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Февраль 2022, 10:00

100 йәшлек ветеранды үлтереүселәргә хөкөм ҡарары сығарылды

Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында ике әҙәм аҡтығы, өйгә баҫып инеп, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге кешене бәйләп, төрлөсә язалап, ҡурҡытып, һаҡлам аҡсаһын тартып ала һәм... 

100 йәшлек ветеранды үлтереүселәргә хөкөм ҡарары сығарылды
100 йәшлек ветеранды үлтереүселәргә хөкөм ҡарары сығарылды

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Юғары Суды һуғыш ветераны Иван Несмеяновтың ғүмерен ҡыйыусыларға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡот осҡос фажиғә 2020 йылдың йәйендә булғайны. Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында ике әҙәм аҡтығы, өйгә баҫып инеп, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге кешене бәйләп, төрлөсә язалап, ҡурҡытып, һаҡлам аҡсаһын таптыралар һәм теләгәндәренә өлгәшеп, 2,5 миллион һум аҡсаны алып сығып китәләр.

Енәйәтселәрҙең береһен - Юрий Никитинды кеше үлтереүҙә ғәйепле тип табып, суд 23 йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы колонияға ебәрергә тигән хөкөм ҡарары сығарҙы. Икенсеһен - Виктор Валавинды 10 йылға төрмәгә оҙатыу тураһында ҡарар иғлан ителде. Уның үлтереүҙә ғәйепле һаналауы кире ҡағылды.

- Ғәҙел ойошторолған һорау алыу, башҡа дәлилдәр Валавиндың сит кеше өйөнә баҫып инеүен, ә үлтереүҙә ҡатнашлығы юҡлығын раҫланы. Уның әшнәһе Никитин үлтереүҙә ғәйебен таныманы, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетында.

Бынан тыш, енәйәтселәр урланған аҡсаны кире ҡайтарырға, әхлаҡи зыян өсөн ветерандың туғандарына 1 миллион һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.
Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: