Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Февраль 2022, 10:00

Украинанан килдем тип алдап...

Намыҫһыҙ әҙәмдәр илдәге сыуалыштарҙы үҙ файҙаһында ҡулланып ҡалыу маҡсатында ошондай аҙымдан да тартынмай.

Украинанан килдем тип алдап...
Украинанан килдем тип алдап...

Намыҫһыҙ әҙәмдәр илдәге сыуалыштарҙы үҙ файҙаһында ҡулланып ҡалыу маҡсатында ошондай аҙымдан да тартынмай.

Белоретта булған был ҡырағайлыҡ. Район башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, яман уйлы бәндә үҙен Украинанан ирекһеҙҙән күсеп килеүсемен тип таныштырып, бер пенсионерҙың өйөнә инә һәм аҡсаһын урлап сығып ҡаса. Ваҡиға видеокамераға яҙылған.

Пенсионер аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы тураһында полицияға үҙе килеп ғариза яҙған.

- Ир Харьковтан килдем тигән. Хужаның башын илдә барған һуңғы ваҡиғалар менән албырғатып, нисек бомбаға тотоуҙары тураһында һөйләгән, һуңғы яңылыҡтар менән танышыу өсөн телевизорҙы тоҡандырыуын үтенгән. Хужа иғтибарын ситкә йүнәлткән арала, аҡсаны урлап, сығып та ҡасҡан, - тип аңлатма биргән район башлығы. Мут әҙәмдең эҙләүгә бирелеүе тураһында ла өҫтәгән.

Бигерәк тә әлеге тынысһыҙ мәлдә бындай хәлдәрҙең һәр кем менән булыуы ихтимал, шуға күрә һаҡ булығыҙ.
Фото:Ufa1.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: