26 февралдә төбәк Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике билдәһеҙ ҡыҙ 83 йәшлек ҡатындың сейфынан 120 мең һум аҡсаһын алып сыҡҡан.
Пенсионерка өйөнөң аш бүлмәһендә телевизор ҡарап ултырған еренән тороп сыҡһа, коридорҙа медицина битлекле һәм резина бирсәткәле ике ҡыҙҙы күргән. Ят кешеләр ҡайһы арала унда пәйҙә булғандыр - аңлашылмай, сөнки хужабикә бер ниндәй тауыш ишетмәгән.
- Ҡыҙҙар ҡабаланып алыҫтан килеүҙәре һәм йорт һатып алырға теләүҙәре тураһында һөйләй башланы. Әйтеүҙәренсә, ер һатыла тигән белдереү күргәндәр, ә кәрәкле урынды бер нисек тә таба алмайҙар, имеш, - тип һөйләгән зыян күргән оло кеше.
Ҡайһы күршеһенең үҙ биләмәһен һатырға ҡуйғанлығын белмәүе тураһында әйткәс, ҡыҙҙар хужабикәнән һыу һораған - ни тиһәң дә, улар бит "алыҫтан килгән". Ҡатын һыу эсергәс, сығып киткәндәр.
Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡатын сейфындағы аҡсаның - 120000 һумдың - юғалғанын аңғара. Сейф тигән исеме генә була уның: ҡулайлама күптән әйбер өсөн шкаф булараҡ файҙаланылған. Зыян күреүсе аҡсаһының юғалыуы буйынса полицияға мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары был ике бур ҡатынды эҙләй.
Фото: newsbash.ru