Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Март 2022, 17:00

40 йәшлек ҡатын һәләк булған...

Учалыла иһә төндә зыян күргән ҡатындың ҡасып киткән өйҙәшен эҙләйҙәр.

40 йәшлек ҡатын һәләк булған...
40 йәшлек ҡатын һәләк булған...

Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙа Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә Левитан һәм М. Йәлил урамдары киҫелешендә “Suzuki SX4” һәм “Renault Logan” автомобилдәре ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Берелеш һөҙөмтәһендә “Renault Logan” электр бағанаһына төкөлә һәм баштүбән әйләнә. Уның водителе дауаханаға оҙатылған, ә 40 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Уҙған төндә иһә Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының 101-се саҡрымында “Opel Corsa” автомобиле, тимер юлының тыйылған уты янып торһа ла, туҡтамаған һәм шлагбаумға барып төкөлгән. Етмәһә, водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Авария һөҙөмтәһендә 37 йәшлек пассажиры дауаханаға эләгә. Ҡатындың һүҙҙәренсә, рулдә уның 37 йәшлек өйҙәше булған. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы уны эҙләү тураһында иғлан итте һәм ҡасҡалаҡ водителдең ҡайҙа булғанын белгән кешеләрҙән полиция бүлегенә йәки ЮХХДИ идаралығының дежур часының 8(347) 235-84-02 телефонына шылтыратыуҙарын һорай.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала уҙған тәүлектә алты автомобиль аварияһы теркәлгән һәм алты кеше тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған һәм 22 эскән килеш рулгә ултырған водителде тотҡан.  

Республика юлдарында автомобиль хәрәкәте көндән-көн әүҙемләшә, был иһә водителдәрҙән тағы ла иғтибарлыраҡ, һаҡсыл йөрөүҙе талап итә. Әммә бер көндә генә ике меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу теркәлеүе водителдәрҙең юл транспорт ҡағиҙәләренә етди ҡарамауы тураһында һөйләй. Бындай яуапһыҙ, еңел-елпе ҡараш булғанда, әлбиттә, юлдарҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүе ауыр.

Былтыр республика юлдарындағы аварияларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлдө – балаларҙың, йәштәрҙең, әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың, олатайҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең. Тыныс тормошта ла водителдәрҙең яуапһыҙлығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы арҡаһында күпме йәш, типһә тимер өҙөрлөк йәш егеттәребеҙҙең ғүмере өҙөлөүе тураһында уйланғаныбыҙ булдымы икән?! Ә йәйәүлеләрҙең тыйылған урында юлға йүгереп юлға сығып, автомобиль аҫтында һәләк булыуына бәйле күпме водителдәрҙең иркенән мәхрүм ителеп, тормоштары боҙолоуы тураһында? Аварияларҙа тотош ғаиләләр һәләк була, ә кем ғәйепле, тағы ла дәүләтме? Беҙ кемделер ғәйепләргә яратабыҙ, әммә тәртипте үҙебеҙҙән башламайбыҙ, танау аҫтындағын күрмәйбеҙ.

Юлдарҙа авариялар булмаһын өсөн күп тә талап ителмәй – бары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Ошо хаҡта онотмаһын ине рулгә ултырған һәр кеше. Шулай уҡ йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте ҡатнашыусылары булып тора, шуға ла урамда сыҡҡан һәр кеше уны теүәл үтәргә бурыслы. Йәйәү йөрөү юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙорға, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә йүгереп сығырға кәрәк тигәнде аңлатмай бит.

Уйланайыҡ, иптәштәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәү өсөн яҙылған. Ҡабаланыу, ашығыу аҡланыуға нигеҙ була алмай. Юлдарығыҙ имен булһын! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәйек!

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

40 йәшлек ҡатын һәләк булған...
40 йәшлек ҡатын һәләк булған...
40 йәшлек ҡатын һәләк булған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: