Өфөнән 47 йәшлек ҡатын бейеклектән осоп төшкән. Бәхетенә күрә, иҫән ҡалып, үҙе үк медицина ярҙамы саҡырта алған.
Кисә төнгө икенселәрҙә Затон биҫтәһе яғына сыҡҡан автомобиль күперенән бер ҡатындың ҡолап төшөүе тураһында билдәле булды. Хәл-ваҡиға тураһында ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иттеләр.
Бәләгә тарыусынан шылтыратыу алған ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, уны "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе дауаханала.
Ҡатындың ни сәбәпле ошондай хәлгә тарыуы асыҡлана. Ҡайҙа ла һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: bashnews.ru