Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда төбәктең террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы ултырышын уҙғарҙы. Көн тәртибендә террорсылар һөжүм итеүе хәүефе янаған объекттарҙа һаҡлау сараларын көсәйтеүгә йүнәлтелгән ведомство-ара саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә йәмәғәт хәүефһеҙлеге, социаль учреждениеларҙың, дауаханаларҙың, мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының, шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика һәм транспорт комплексы объекттарының туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.