Куйбышев тимер юлының 2021 йылға һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда поездар хәрәкәт иткән зонала граждандарҙың йәрәхәт алыу осрағы 2020 йыл менән сағыштырғанда 21 процентҡа кәмегән. Былтыр төбәктә 33 хәл теркәлгән, уларҙа 34 кеше йәрәхәтләнгән, 23-ө һәләк булған.
Тимер юл буйында рөхсәт ителмәгән урындарҙа йөрөү, платформаға менеү йәки унан һикереү, поезд хәрәкәт иткән саҡта йәйәүлеләр өсөн һалынған юлда тороу, вагон, платформа араһында йығылыу йәрәхәт алыуҙың төп сәбәптәре булып тора.
Граждандарҙы ошондай осраҡтарҙан ҡурсалау маҡсатында, тимер юлсылар тимер юл транспорты объекттарында булыу ҡағиҙәләре буйынса мәғлүмәт-аңлатыу эше алып бара. Ошо йүнәлештә тимер юл эргәһендә рейдтар уҙғарыу, ҡағиҙә боҙғандар менән әңгәмәләр ойоштороу, иҫкәртмәләр, тематик белешмәләр таратыу кеүек саралар күрелә.
Тимер юл платформаһында балаларҙы иҫкәртеүгә айырым иғтибар бүленә. Рейдтарҙан тыш, тимер юл инфраструктуралары эргәһендәге уҡыу учреждениеларында хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрелә, уларҙа махсус видеороликтар, йәнһүрәттәр, тематик плакаттар күрһәтелә. Даими ойоштороу-техник саралар үткәреү һөҙөмтәһендә былтыр Куйбышев тимер юлының Башҡортостанда бәлиғ булмағандарҙың йәрәхәт алыу осрағы теркәлмәгән, ә 2020 йылда ике бала зыян күргән булған.
Куйбышев магистрале граждандарҙы тимер юл инфраструктураһы объекттарында айырыуса һаҡ булырға, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Атап әйткәндә, тимер юлдан рөхсәт ителмәгән урындар аша үтеү тыйыла, шулай уҡ платформанан һикерергә, был биләмәлә ҡолаҡсындарҙан файҙаланыу, телефондан һөйләшеү тыйыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.