Бөгөн иртәнге сәғәт 7-ләрҙә Октябрьский ҡалаһында “Opel Astra” менән “ВАЗ-2112” автомобилдәре ҡатнашлығында авария теркәлгән.
Бәрелеш шул тиклем көслө булған – “ВАЗ-2112” автомобиленән бер нәмә лә ҡалмаған, ә водителе шунда уҡ йән биргән. Уның пассажирына, шулай уҡ “Opel Astra”лағы ике кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.
Өфөлә иһә ике автобус юлға һыймаған. Октябрь проспектында 74-се һәм 167-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән ике “НефАЗ” бәрелешкән. Һөҙөмтәлә водителдәрҙең береһен дауаханаға алып киткәндәр.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республикала дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100-ҙән ашыу осрағын теркәгән, шулай уҡ 21 водитель эскән килеш тотолған.
Фото Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.