Өфөлә сит кеше фатирына инеп, оло ирҙе яралап, әбейҙе үлтереп сыҡҡан 46 йәшлек иҫерек әҙәмгә хөкөм ҡарары сығарылған.
Башҡа һыймаҫлыҡ хәл-ваҡиға 26 апрелдә көндөҙ булған. Иҫерек ир аҫтағы фатирҙа, йәнәһе лә, шау-шыу ишетеп, балкон аша түбәнге ҡатҡа төшә һәм фатирға инә. Өйҙә бер кем дә булмағанын күргәс, подъезға сығырға маташа. Ә унда иһә 86 йәшлек оло иргә тап була. Уны үлтерәм тип ҡурҡытып, бысаҡ менән яралай.
Аҙаҡ кире әлеге фатирға инеп, балкон аша күрше йорттоң лоджияһына барып төшә. Фатирҙағы 71 йәшлек ҡатын, ҡурҡып, көтөлмәгән ҡунаҡты ҡыуа башлай. Ә теге әҙәм оло кешенең башына һуға, быуа, бысаҡ менән тағы тондора. Ҡыҙғаныс, бахыр ҡатын шулай балкон аша баҫып ингән эскесе ҡулынан һәләк була.
Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ир бер нисә статья буйынса яуапҡа тарттырыла: торлаҡтың тейелгеһеҙлеген боҙоу, үлтереү менән янау, күрәләтә кеше һаулығына зыян килтереү һәм үлтереү.
Енәйәтсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Суд уны 16 йылға иркенән мәхрүм итергә, шулай уҡ үлгән ҡатындың туғандарына әхлаҡи зыян өсөн 1,3 миллион һум аҡса түләтергә тигән ҡарар сығарған.
Фото: Тәфтиш комитеты.