Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Март 2022, 22:45

Ташҡынға техника әҙерме?

Быны тикшереү буйынса смотрҙар республиканың бөтә муниципалитеттарында ла үтәсәк.

Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?

“Өфө-Арена” спорт комплексы майҙанында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһындағы Башҡортостан территориаль бүлексәһенең яҙғы ташҡынға йәлеп ителгән көс һәм сараларының республика смотры үтте.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ҡатнашты.

– Республикала техника паркы йыл һайын яңыртыла һәм тулыландырыла. Төбәк бюджеты иҫәбенә вертолет алынды, ул тормошҡа ашырыласаҡ бурыстар спектрын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Республикала ташҡынға әҙерлек иң ауыр варианттарҙы иҫәптә тотоп алып барыла, 42 муниципалитетта 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 257 тораҡ пункттың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал, – тине Ирек Сәғитов.

Ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә. Башҡортостан, ауыр иҡтисади осор булыуға ҡарамаҫтан, техник ҡеүәтен һиҙелерлек көсәйтеүгә өлгәшкән.

Вертолет ташҡынға бәйле хәлде өйрәнеүгә һәм һыу аҫтында ҡалған халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йәлеп ителәсәк. Уны янғын хәүефе ваҡытында ла файҙаланыу планлаштырыла, бигерәк тә техникаға үтеүе ауыр булған урындарҙа.

Республика янғын-ҡотҡарыу бүлексәләре өсөн заманса махсус техникаһы алыуҙы дауам итә, ҡайһы бер өлгөләре әле күргәҙмәгә ҡуйылған ине.

Марат Латипов белдереүенсә, республика буйынса көстәр һәм саралар составы төркөмөндә 16 меңдән ашыу кеше, дүрт меңдән күберәк техника һәм йөҙөү саралары ярҙамға килергә әҙер. Төбәктә 160 мең кешене һыйҙырырлыҡ 840 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған.  

Ошондай уҡ техниканың әҙерлеген һәм көстәрҙе тикшереү буйынса смотрҙар республиканың бөтә муниципалитеттарында ла үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда “112” телефонына шылтыратырға кәрәк.

Фото: @mchsrb

Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Ташҡынға техника әҙерме?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: