Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Март 2022, 23:15

Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды
Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Унда ташҡын осорона, янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек буйынса муниципалитет башлыҡтары сығыш яһаны. Кәрәкле саралар күреү маҡсатында тейешле бойороҡтар бирелде.

“Тиҙҙән ҡар тиҙ ирей башлаясаҡ. Ташҡын ваҡытында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе оператив иҫкәртеү һәм сара күреү өсөн республикала гидрология хәүефе күҙәтеү, прогноз яһау системаһының эше көйләнгән, 26 йылғала 44 гидропост ҡуйылған. Былтыр уҡ алдан саралар күрелде: ярҙарҙы нығытыу, йылға үҙәнен таҙартыу ойошторолдо. Шартлатыу эштәренә килешеүҙәр төҙөлгән", – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

2022 йылдың яҙғы-йәйге янғын миҙгеленә әҙерлек барышы тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин сығыш яһаны. Ул тәбиғәт янғындарына ҡарата мәлендә сара күреү өсөн хәүефле миҙгелдә ауылдарҙы һаҡлау буйынса ваҡытлыса постар ҡуйыуҙы хәстәрләү кәрәклеген билдәләне. Былтыр республикала 480 урман янғыны сығанағы теркәлгән.

Фото: @mchsrb.

Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды
Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды
Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды
Ташҡын һәм янғын хәүефе янаған миҙгелгә әҙерлек башланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: