Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Март 2022, 22:30

Иғтибар: юлдарҙа сикләү!

Сәбәбе - һауа торошоноң үҙгәреүе.

Иғтибар: юлдарҙа сикләү!
Иғтибар: юлдарҙа сикләү!

2022 йылдың 5 мартында 21.45 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса, 19.45 - Мәскәү ваҡыты) Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Ырымбур өлкәһендә М-5 “Урал” федераль автомобиль юлының 1194-се километрынан (Төньяҡ, Ырымбур өлкәһе) 1375-се километрына тиклемге (көнсығыш, Башҡортостан) участкала пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар һәм йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Сәбәбе: көслө ел, түбәндән иҫкән буран, көслө ҡар яуыуы, күренеү һәләте сикләнеү.

Әлеге ваҡытта юлдарҙы эшкәртеү һәм таҙартыу өсөн “Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығы ҡарамағындағы федераль автомобиль юлдары селтәренең бөтә йүнәлештәренә 196 берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән.

Силәбе өлкәһе биләмәһендә лә йөк һәм пассажир транспорты хәрәкәте сикләнә: Башҡортостан сигенән алып (1548-се километр) Сыбаркүл ҡалаһына сиселешенә тиклем (1796-сы километр).

Шулай уҡ Силәбе өлкәһе биләмәһендә йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде: 2022 йылдың 6 мартына иртәнге сәғәт 10-ға тиклем 1548-се километрҙан (Башҡортостан менән сик) 1796-сы километрға тиклем һәм Һамар өлкәһе биләмәһендә 2022 йылдың 5 мартына төнгө 12-гә ҡәҙәр 1194-се километрҙан (Ырымбур өлкәһе менән сик) 861-се километрға тиклемге участкала.

Фото: "Башинформ". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: