Украинаға бәйле хәлдәр халыҡ араһында төрлө фекер тыуҙыра. Ҡайһы берҙәр, мәҫәлән, Рәсәйҙең хәрби операция үткәреүенә ҡаршы яңғыҙ пикеттар ойоштора. Кисә Өфө урамдарының береһендә ошондай ике ваҡиға теркәлгән.
Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәгән был ике гражданға ҡарата Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодексының 20.3.3 ҡарарындағы 2-се өлөшө буйынса - "Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрен һәм уның граждандарын яҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты, хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен файҙаланыуҙы дискредитациялауға йүнәлдерелгән асыҡ ғәмәлдәр" пункты нигеҙендә протокол төҙөлгән. Документтар судҡа тапшырыласаҡ.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына индерелгән һәм граждандар өсөн максималь яза сараһы булараҡ, ағымдағы йылдың 4 мартында ҡабул ителгән ҡанун нигеҙенә ярашлы, административ штрафтың күләме - 100 000 һумға тиклем.
Фото: ru.dreamstime.com