Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Март 2022, 10:30

Бөгөн юлдар асыҡ

Федераль автомобиль юлдарына кисә индерелгән сикләүҙәр алынды.

Бөгөн юлдар асыҡ
Бөгөн юлдар асыҡ

“Урал буйы” федераль автомобиль юлдары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә һауа торошоноң үҙгәреүе сәбәпле сикләүҙәр индерелгәйне. Бөгөн Башҡортостан биләмәһендә улар урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 8-ҙә (Мәскәү ваҡыты менән 6-ла) алынды.

Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Ырымбур өлкәһендә М-5 “Урал” федераль автомобиль юлының 1194-се километрынан (Төньяҡ, Ырымбур өлкәһе) 1375-се километрына тиклемге (көнсығыш, Башҡортостан) участкала пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар һәм йөк транспорты хәрәкәте өсөн сикләүҙәр тулыһынса алынды. Юл хәрәкәттәре ҡәҙимге штат режимында эшләй.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: