Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Март 2022, 13:30

19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан

Баймаҡ районының Темәс ауылындағы Совет урамында 35 йәшлек ҡатынды бәрҙереп ҡасҡандар...

19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан

9 мартта республика юлдарында тағы ла һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлде һәм уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө, туғыҙ кеше йәрәхәтләнде. Уҙған тәүлектә Башҡортостандың ЮХХДИ инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу буйынса 2100-ҙән ашыу осраҡ теркәгән, эскән килеш рулдә булған 29 водителде асыҡлаған.

Шул иҫәптән, кисә Туймазы ҡалаһында 11:40 сәғәттә “ВАЗ-2115” һәм “Mercedes Benz” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобиле рулендәге водитель алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған.

Ошо уҡ көндө Өфөлә көндөҙгө сәғәт 2-лә “Lotus” һәм “ПАЗ” маршрут автобустары бәрелешә. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, "ПАЗ" автобусындағы биш йәшлек ҡыҙға медицина ярҙамы талап ителгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Лада Гранта” водителе, алдағы машинаны ҡыуып үтәм тип, һулға боролған “Мазда”ны төкөткән. “Лада Гранта” иһә артабан хәрәкәт итеп, бағанаға төкөлә. Автомобилдәр зыян күрһә лә, бәхеткә күрә, кешеләр иҫән ҡалған.

Ә бына Баймаҡ районының Темәс ауылындағы Совет урамында 35 йәшлек ҡатынды бәрҙереп ҡасҡандар. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе, ваҡиға урынында һәләк булған.

ЮХХДИ инспекторҙары уҙғарған оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә автомобилде Түбәнге Иҙрис ауылында тапҡан. Транспорт сараһы хужаһының ҡыҙы аңлатыуынса, рулдә уның бер туған ағаһы булған. Ирҙе күрше Темәс ауылында ҡулға алғандар һәм полиция бүлегенә алып килгәндәр.

Тәүтикшереү эше ваҡытында ир юл-транспорт ваҡиғаһына ҡағылышы булмауын белдергән. Һорау алыу барышында уның водитель танытмаһы булмаған 19 йәшлек һеңлеһе ҡылынған эшкә ҡатнашлығы булыуын таныған. Уның һүҙҙәренсә, ҡатын юлда ятҡан. Ауылдаштары ла һәләк булған ҡатындың иҫерек булыуын раҫлаған. Был осраҡ буйынса суд-медицина экспертизаһы уҙғарыласаҡ, енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Ҡыҙҙан йәшәгән урынынан китмәү тураһында ҡултамға алынған.

Әлбиттә, ҡыҙ водитель танытмаһы булмайынса рулгә ултырып, етмәһә, авария урынынан ҡасып, үҙенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе. Ә бит уға бары 19 йәш кенә, тормошо саҡ башланып тора. Әгәр ҙә закон боҙмаһа, бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ ине. Ҡыҙғаныс хәл...

Уҙған аҙанала ла республика юлдарында фажиғәле хәлдәр теркәлгән. 28 февралдән 6 мартҡа тиклем 46 автомобиль аварияһында өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 52 кеше йәрәхәтләнгән, 21 бәрелешеү булған, 19 йәйәүлене бәрҙереү осрағы асыҡланған.

Ошо һандарҙан сығып ҡына: “Һуғышта түгел, ә тыныс тормошта һәләк булабыҙ...” – тип әйтергә була. Уйланайыҡ, хөрмәтле водителдәр, йәйәүлеләр...

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
19 йәшлек ҡыҙ кешене тапатҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: