Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Март 2022, 22:00

43 кешене юғалттыҡ...

Шул иҫәптән ике бала һәләк булды.

43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ә бит күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә генә кәрәк – ут менән һаҡ эш итергә, өйҙәге электр селтәренең хәлен күҙәтеп торорға, газ һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланырға, мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа. Әммә бәхетһеҙлек осраҡтары кәмемәй... 

Мәҫәлән, уҙған аҙнала Бәләбәй ҡалаһында булған янғында 7х5 метр майҙанлыҡ йорт һәм 3х5 метр үлсәмле гараж яна. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндән һуң ир менән ҡатындың кәүҙәһен таба.  

Ә байрам көнөндә Бөрө ҡалаһының Чернышевский урамындағы күп фатирлы йортта ут сыға. Ҡотҡарыусылар килгәндә ундағы 4х3 метрлыҡ бүлмәне ут ялмап алған була. Янғын һүндереүселәр 12 кешене эвакуациялай, шул иҫәптән өс баланы. Сығарылғандар араһынан 75 йәшлек ҡатын “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла, әммә уны ҡотҡара алмайҙар, вафат була.

9 мартта төндә Бөрө ҡалаһының Крупская урамындағы ағастан төҙөлгән дүрт фатирлы йортта янғын сыға. Ҡотҡарыусылар биш кешене эвакуациялай. Табиптар хәбәр итеүенсә, 1956 йылғы ирҙең тәненең ун проценты зыян күргән, дауаханала ята. Янғын сәбәбе – тәмәке тартыу.    

Ошо уҡ көндә Өфө ҡалаһының Красноуфимский урамында ике хужа йәшәгән 7х20 метр майҙанлыҡ бер ҡатлы йорт яна. Унда ла ирҙең үле кәүҙәһе табыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр тураһында көн дә туҡтамай яҙырға була, сөнки улар даими ҡабатланып тора. Дөйөм алғанда, йыл башынан республикала 1003 янғын теркәлгән. Былтырғыға ҡарағанда 133 осраҡҡа кәм булһа ла, был һандар тынысландырмай, сөнки һәр осраҡ артында кеше фажиғәһе, уның бөртөкләп йыйған донъяһы, милеге тора.

Әйткәндәй, йыл башынан 10 мартҡа тиклемге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала булған янғындарҙа 43 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән ике бала һәләк булған, 48 кеше тән йәрәхәттәре алған. Былтырғыға ҡарағанда үлем осрағы 11,7 процентҡа кәмегән – 15 кешегә, әммә бындай хәлдәр менән килешергә, битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Уттан һаҡ булайыҡ!

Әгәр ҙә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, “112” ашығыс хеҙмәттәр телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb.

43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
43 кешене юғалттыҡ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: