Өфөләге 17-се дауаханаға алты йәшлек баланы “ашығыс ярҙам” килтергән. Ҡулса урамы буйлап ата-әсәһе менән барғанда бина ҡыйығынан ҙур боҙ киҫәге килеп төшә. Малай балалар баҡсаһынан ҡайтып барған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина кескәй пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта булыуын белдерҙе.
”Бала үҙ аңында. Компьютер томографында тикшереү баш һөйәгенең һынмауын күрһәтте. Пациент нейрохирургия бүлексәһенә урынлаштырылды,” – тине ведомство етәксеһе. Тәфтиш комитеты был күңелһеҙ хәл буйынса тикшереү эшен башлаған.
Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә ҡаланың Октябрь, Орджоникидзе һәм Совет райондарында йорт баштарынан боҙ төшөүе теркәлгән. Ике осраҡта балкон ҡыйығынан төшкән боҙ “Лифан” һәм “Субару” машиналарына зыян килтергән. Бындай хәүефле хәлгә һәр кемдең тарыуы мөмкин, иғтибарлы булығыҙ. Бәләнең аяҡ аҫтында ғына түгел, баш осонда ла булыуы ихтимал.
Фото:ufa-news.net