Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Март 2022, 12:30

Уларҙың һәләк булғандары тураһында хәбәр ҙә итмәнеләр!

Мәскәүҙә вафат булған дүрт вахтасы яҡташыбыҙ тураһында яңы мәғлүмәттәр бар.

Уларҙың һәләк булғандары тураһында хәбәр ҙә итмәнеләр!
Уларҙың һәләк булғандары тураһында хәбәр ҙә итмәнеләр!

Ошо көндәрҙә бик ҡурҡыныс яңылыҡ еткергәйнек: Мәскәү ҡалаһында дүрт яҡташыбыҙ, был ҡалала вахта менән эшләгән егеттәр һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса улар һөрөм газына ағыуланған. Әле иһә “Комсомольская правда” баҫмаһы был хәл буйынса яңы мәғлүмәттәр бирә. Баҡһаң, егеттәрҙең эш биреүсеһе уларҙың үлеме тураһында туғандарына шылтыратып та әйтмәгән!

Мәғлүмәттәр буйынса, 22-нән 45 йәшкә тиклемге Шишмә ҡасабаһы егеттәре 8 март көндө Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләргә була. Улар үҙҙәре йәшәгән көнкүреш бинаһында табын ҡора, ә иртән ни бары үле кәүҙәләре генә табыла. Уларҙы йылылыҡ пушкаһынан килгән һөрөм газы менән ағыуланған тинеләр. Тик бына уларҙың ҡайғыға батҡан яҡындары быға ышанырға теләмәй.

Араларындағы иң йәш егет – 22 йәшлек Алмаздың апаһы “КП” баҫмаһына һөйләүенсә, улар дүртәүһе генә йәшәгән. Егеттәр фасадтарҙы биҙәү менә шөғөлләнгән. Ә йәшәгән урындары йылылыҡ пушкаһы менән йылытылған.

– Полицияла улар менән бергә бишенсе эшсе лә булған тинеләр, йәнәһе улар бергә йәшәгән. Был кеше бергә байрам иткән, ә иртән башы ауыртҡанға тышҡа сыҡҡан һәм шуға ғына тере ҡалдым тигән. Тик беҙ егеттәрҙең дүртәүһе генә йәшәгәнен беләбеҙ, уларҙың бүлмәһе бик бәләкәй, унда ике ҡатлы ике карауат ҡына һыя. 7 мартта кис ҡустым видеобәйләнеш аша йөрөгән ҡыҙыҡайы менән һөйләшкән, бер ниндәй ҙә бишенсе кеше унда булмаған, – тип һөйләгән Индира.

Шуныһы аяныслы, эш биреүсе һәләк булған егеттәрҙең туғандарына шылтыратып был фажиғә тураһында хәбәр ҙә итмәгән. Улар был хәл тураһында яңылыҡтар һәм социаль селтәрҙәр аша генә белеп ҡалған.  

– Минеңсә, был хәлдә шикләнер урын бар. Фажиғә алдынан улар эш хаҡы алғайны. Тик әле тәфтишселәр уларҙың телефондарын һәм карталарын алған һәм әйбер дәлилдәре сифатында тикшерә. Ә бәлки берәйһе уларҙың аҡсаһын алыу өсөн был фажиғәне ойошторғандыр? Бер нәмә лә белмәйбеҙ, уйҙар күп, баш эшләмәй. Эш биреүселәре хатта кәүҙәләрен алып ҡайтырға ла ярҙам итмәне. Үҙебеҙ аҡса эҙләп табып, ҡустыбыҙҙы алып ҡайттыҡ. Әле ерләү менән булабыҙ, аҙаҡ был хәлде ныҡлап тикшертә башларбыҙ, – тигән егеттең апаһы.

Бөтә егеттәрҙең дә ғаиләләре ҡалған – ата-әсәләре, ағай-апайҙары. Ә Станислав исемле ирҙең бәләкәй ҡыҙы ла атайһыҙ ҡалған.

– Шундай йәш, көслө, сибәр егеттәр әрәм булды. Ауыр тупраҡтарығыҙ еңел булһын, – ти улар тураһында ауылдаштары.

Әле Мәскәү тәфтишселәре был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан һәм тикшереү эштәре бара. Улар белдереүенсә, егеттәр һөрөм газына ағыуланып үлгән, быны аныҡлар өсөн экспертизалар билдәләнгән. Яҡташтарыбыҙ эшләгән ойошма етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәрҙән һорау алына, хеҙмәт документацияһы өйрәнелә.

Фото: avto.vesti.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: