Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Март 2022, 16:00

Ике кешене ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр...

Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә таң менән янғын сыҡҡан. Ике кеше вафат булған, өсәүһе - дауаханала.

Ике кешене ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр...
Ике кешене ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәре күңелһеҙ хәбәрҙән башланды. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, бөгөн таңғы 5-тә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатындағы фатирҙа ут сыға.

Янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр шунда уҡ утты ауыҙлыҡларға ашыға. Бөтәһе ете берәмек техника, 19 кеше "ҡыҙыл әтәс" менән көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут сыҡҡан фатирҙа ике кешенең кәүҙәһе табыла, тағы өс кеше зыян күрә, улар дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөмө эшләй, янғын сәбәптәре асыҡланы.

Ут менән һаҡ булығыҙ! Ян­ғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә һәм уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:

* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;

* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;

* электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;

* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;

* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;

* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ.

Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларығыҙға бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.

Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара –  янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулай­лама. Ул ут сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: