Бөрйән районының социаль селтәрҙәрендә яңылыҡ таралды: Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән ғаиләгә ярҙам кәрәк. Ауылда янғын сығып, Илүзә менән Владик Исмәғилевтәр ғаиләһе бар мөлкәтенән яҙа. Күп балалы ғаилә өҫтәрендә нимә бар, шуның менән генә урамда тороп ҡалған.
Кеше ҡайғыһына битараф булмағандарҙың бөтәһенән дә ярҙам һорайҙар. Кем нисек ярҙам итә ала, шуға шат буласаҡтар. Кейем-һалым, әйбер ҙә кәрәк, аҡсалата күсерергә лә була. Илүзәнең кейем үлсәме – 50, иренеке – 54, 7-9 йәшлек улдары һәм өс йәшлек ҡыҙҙары бар.
Шуныһы аяныслы, икенсе аҙнала улар бер улын операция яһатырға алып барырға тип йөрөгән булған. Хәҙер был пландары тормошҡа ашырмы инде...
Әгәр Исмәғилевтәр ғаиләһенә ярҙам итергә теләһәгеҙ, Бөрйән районының социаль селтәрҙәрендә карта һәм телефон номерҙары бар. Шулай уҡ әйбер килтерергә теләһәгеҙ, ауылдың Йүкәле урамы, 1 адресы буйынса алып барырға була.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, ғаиләгә ярҙам итәйек.
Фото: "Бәйләнештә"ге "Бөрйәндәр" төркөмөнән.