Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март 2022, 12:00

Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...

Был фажиғәләр һәр кемде уйға һалырға тейештер, сөнки күп осраҡта улар кешенең үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында тыуа.

Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...

Кисә иртәнге 10:38 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфө ҡалаһының Киров районындағы “Полет” баҡса ширҡәтендә ағас йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Ҡотҡарыусылар килгәндә 6х6 метр ҙурлығындағы торлаҡты ут ялмап алған булған. Янғынды һүндергәс, көл-күмер араһында 1949 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.  

Ошо уҡ көндө 17:21 сәғәттә Благовещен районының “21-се трест №5” баҡса ширҡәтендә ағас йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына Иҫке Турбаҫлы муниципаль янғын һағы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ярҙамға бара. 8х8 метр ҙурлығындағы йорт янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ике кешенең үле кәүҙәһе табыла, әле уларҙың шәхестәре асыҡлана.     

Бына шундай күңелһеҙ ваҡиғалар теркәлде республикала – янғында бер көндө өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Был фажиғәләр һәр кемде уйға һалырға тейештер, сөнки күп осраҡта янғындар кешенең үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында сыға. Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү оло фажиғә менән тамамлана, яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ, тир түгеп йыйған донъябыҙҙан ҡолаҡ ҡағабыҙ.

Уттан һаҡланыу өсөн янғынды иҫкәртеү ҡорамалын йорттарға урынлаштырырға кәрәк. Иҫке һәм ҡулдан эшләнгән электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, боҙоҡ мейескә ут яҡмағыҙ, яғылған мейесте һәм оло кешеләрҙе, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Эскән килеш түшәктә ятып тәмәке тартыусылар янғын сығыуға сәбәпсе, улар күп осраҡта ошондай яуапһыҙлыҡтары арҡаһында үҙҙәрен һәләк итә.  

Ут битарафлыҡты ғәфү итмәй, уяулыҡты юғалтмайыҡ! Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, “112” телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb

Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Кисә тағы ла өс кешене юғалттыҡ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: