Өфөлә үлемесле авария теркәлгән: "Лексус" автомобиле пенсионер ҡатынды бәрҙергән. Юл һәләкәте хаҡында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 18 мартта киске сәғәт 17.00 тирәһендә "Лексус" автомобиле рулендәге 60 йәшлек водитель Баҡалы урамындағы йорт ихаталарының береһенә боролған саҡта 73 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүлене ҡотҡарып ҡалып булмаған, ул дауаханала һәләк булған.
Фажиғә булған урында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Һәләкәттең сәбәптәре тикшерелә. Юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: newsbash.ru