Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Март 2022, 14:00

Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ

"Камера юлда кем - эскән кешеме йәки йүнһеҙ наркоманмы китеп барғанын ҡайҙан белһен?"

Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ
Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 мартта кис Стәрлетамаҡ ҡалаһында 43 йәшлек ир “Daewoo Gentra” автомобилендә “Toyota Camry”ға төкөй. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә машиналар зыян күрә.

“Daewoo Gentra” водителенең алкоголь ҡулланғаны асыҡлана. Уға “эскән килеш транспорт сараһына идара итеү” статьяһы (Рәсәйҙең Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.8-се статьяһындағы 1-се өлөш) буйынса протокол төҙөлә, автомобилде махсус туҡталҡаға алып китәләр. 

Ошо хәлдән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәр аша мөрәжәғәт итте.

– Хөрмәтле ҡала халҡы! Яҙырғамы-юҡмы тип күп уйландым һәм һөйләргә ҡарар иттем. Ҡыҫҡаса әйткәндә, хәл ошолай булды. Минең туҡтап торған эш машинама икенсе автомобиль килеп төкөнө. Унан алкоголь тәьҫире аҫтында булған водитель һәм пассажир сыҡты. Ныҡ иҫерек кенә түгел, нимә ҡыланғандарын да белмәй ине улар.

Был хәлде һөйләргә ниңә һөйләргә булдым? Сәбәбе - “әгәр”. Әлеге осраҡта машина түгел, әгәр кешеләр зыян күрһә? Әгәр иҫерек водитель йәйәүлеләр үткәүелендә идараны юғалтһа? Йәки ғаиләләр, балалар ял иткән ихатала? Водитель танытмаһы булған һәр кеше “эсәһең икән, йәйәү йөрөргә кәрәк” тигәнде аңлаһын өсөн тағы ла нимә булырға тейеш?

Ошондай кешеләрҙең үҙенең генә түгел, ә башҡаларҙың да ғүмеренә яуапһыҙ, һалҡын ҡарауы хайран ҡалдыра. Эскән килеш тәртип боҙған водителдәргә закондар, яза саралары көсәйтелә, әммә, мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, алкоголь ҡулланып рулгә ултырыу осраҡтары дауам итә.

Проблема көнүҙәк. Мине һеҙҙең фекерҙәр ҡыҙыҡһындыра. Юлда ошондай хәлдәр булмаһын өсөн власть һәм йәмғиәт ниндәй саралар күрергә тейеш? Был ябай кәңәште кешеләргә нисек еткерергә? Тәҡдимдәр, фекерҙәр ишетергә теләйем”, – тип яҙҙы Рөстәм Ғәзизов.

Пост аҫтында комментарийҙар күп. Мәҫәлән, Светлана Соколова: “ЮХХДИ экипаждары етмәй. Кешеләрҙе ҡыҫҡарттылар, камералар элделәр һәм тынысландылар. Ә камера юлда кем - эскән кешеме йәки йүнһеҙ наркоманмы китеп барғанын ҡайҙан белһен?! Бына шунан ҡурҡыу белмәгән эскеселәр рулдә йөрөй инде. Йома көн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең рейдҡа сыҡҡанын һәммәһе лә белә, әммә ошо тикшереүҙәр барышында ла эскән кешеләр тотола. Ә былай көндәрҙә улар күпме йөрөй! Эскән водитель – ғәмәлдәге енәйәтсе! Светофор эргәһенә ЮХХДИ экипаждарын ҡуйығыҙ, бигерәк тә төндә. "Уңыш" йыйырһығыҙ”, – тип яҙған.

Ҡатындың фекерен Александр исемле ир ҙә хуплап: “Бөтәһен дә яҡшы һүрәтләп бирҙеләр. Барлыҡ ҡалаға өс экипаж, ә кәмендә унау кәрәк”, – тигән. Ирина Кобякова ла: “Эш көндәрендә эскән водителдәр әҙ йөрөй. Камералар иҫеректе туҡтата алмай”, – тип патруль экипаждары етмәүен белдергән. Халыҡ тротуар буйлап ҙур тиҙлек менән йөрөүҙәренә зарланған. Башҡа уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыусылар ҙа камералар ҡуйып ҡына аварияларҙы кәметеп булмаясағы тураһында яҙған, ЮХХДИ патрулен көсәйтеү кәрәклеген билдәләгән.

Ҡайһы бер граждандар алкоголгә ҡаршы көрәште балалар баҡсаһынан башларға, спиртлы эсемелектәрҙе аҙыҡ-түлектән айырып һәм тораҡ пункттан ситтә һатырға тәҡдим иткән.

Ә юл-транспорт һәләкәттәре туҡтамай. Мәҫәлән, 16 мартта ғына республикала дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа дүрт кеше тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100-ҙән ашыу осрағын теркәгән, 25 иҫерек водитель тотолған.

Ғөмүмән, бөгөн дәүләт тарафынан авариялар һанын кәметеү өсөн камералар ҡуйыла, халыҡ иһә ЮХХДИ инспекторҙарын арттырыуҙы һорай. Әммә тәү сиратта шуны онотмайыҡ: әгәр һәр водитель, йәйәүле, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы үҙенә тәғәйен ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәй икән, юлдарҙа тәртип урынлаштыра алмаясаҡбыҙ. Тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ.

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: