Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Март 2022, 14:45

Ҡомаҡ ағыуынан бер йәшлек бала зыян күргән

Табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтеүе генә уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Ҡомаҡ ағыуынан бер йәшлек бала зыян күргән
Ҡомаҡ ағыуынан бер йәшлек бала зыян күргән

Кисә Күмертау ҡалаһында күңелһеҙ хәл теркәлгән. 

«Кумертауское время» гәзите хәбәр итеүенсә, 20 мартта Күмертауҙа бер йәшлек бала ҡомаҡ ағыуы менән ағыуланған. Малай ашығыс рәүештә ҡала дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегенә оҙатылған. Табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтеүе генә уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Әлеге ваҡытта баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана, уны дауахананан сығарырға әҙерләнәләр. Әммә ҡомаҡ ағыуы нисек итеп бер йәшлек баланың ҡулына эләгеүе генә әлегә сер булып ҡала. Был ваҡиға тураһында тейешле органдар үҙ һүҙен әйтер, тип ышанғы килә.

Кескәй балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уның сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн  ата-әсә генә яуаплы икәнен онотмаһағыҙ ине.

Фото: kubantv.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: