Хәүефһеҙлек
21 Марта 2022, 14:00

Ҡытайҙа пассажир самолеты ҡолаған

Бортта 133 кеше булғаны билдәле...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡытайҙа пассажир самолеты ҡолағанҠытайҙа пассажир самолеты ҡолаған
Ҡытайҙа пассажир самолеты ҡолаған

Ҡытай тарафынан ауыр яңылыҡ килде. Унда China Eastern Airlines авиакомпанияһының Boeing 737 пассажир самолеты ҡолаған.

Авиаавария Ҡытайҙың Гуанси-Чжуан автономиялы районының Учжоу ҡала округында Тэн ҡалаһы янында булған. Самолет ағастар өҫтөнә ҡолаған һәм был урында урман яна башлаған.

Билдәле булыуынса, самолетта 133 кеше булған. Әлегә уларҙың яҙмышы билдәле түгел. Урында эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы алып барыла.

Рәсәйҙең Гуанчжоуҙағы генераль консуллығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләкәткә тарыған самолетта Рәсәй граждандары булмаған.

Фото: rf-smi.ru

Автор:Альфия Мингалиева