Хәүефһеҙлек
22 Марта 2022, 12:00

"Һеҙ лотереяла оттоғоҙ!"

Социаль селтәрҙәрҙә ошоға оҡшаш иғлан күрһәгеҙ, ышанырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә йәш ҡыҙ тарыған хәл тураһында уҡығыҙ...  

Добавить в предпочтительные источники Google
"Һеҙ лотереяла оттоғоҙ!""Һеҙ лотереяла оттоғоҙ!"
"Һеҙ лотереяла оттоғоҙ!"

Октябрьский ҡалаһынан 19 йәшлек ҡыҙ лотереяла еңеп сығыуы тураһында хәбәр ала. Тик ҡыуаныслы хәлдең аҙағы хәйерле тамамланмай - ваҡиға тураһында полицияға мөрәжәғәт итергә тура килә.

Ҡыҙ һөйләүенсә, социаль селтәрҙә таныш булмаған берәү уға автомобиль өсөн аудиосистема отоуы тураһында шатлыҡлы хәбәр еткерә. Әммә мотлаҡ шартты үтәү фарыз икән: призды ҡулға алыу өсөн күрһәтелгән һылтанма буйынса үтергә һәм "ҡатнашам" тигән һүҙҙе яҙырға кәрәк.

Ҡыҙ бөтә талаптарҙы еренә еткереп үтәгәс, тағы бер хәбәр килә: юл сығымын да уға түләргә, имеш. Мониторҙың икенсе яғындағы билдәһеҙ әҙәм нығыраҡ ышандырыу өсөн хатта отоштоң фотоһын да ебәрә. Был бүләккә бик ныҡ эйә булғыһы килгән ҡыҙ күрһәтелгән иҫәпкә тейешле сумманы - 4900 һумды оҙата.

Ҡыҙғаныс, бынан һуң теге кеше менән бәйләнеш тә өҙөлә. Ҡыҙға хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Фото: compsch.com

Автор:Аклима Гизатуллина