Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Март 2022, 14:00

Мәктәптә биш ҡыҙ ағыуланған...

Һигеҙенсе класс уҡыусылары әле реанимацияла, хәлдәре ауыр.

Мәктәптә биш ҡыҙ ағыуланған...
Мәктәптә биш ҡыҙ ағыуланған...

Кисә көндөҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Ҡала лицейҙарының береһендә уҡып йөрөгән биш 8-се класс уҡыусыһы дауаханаға эләгә. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙар дарыу менән ағыуланған.

Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың береһе мәктәпкә ололар өсөн тәғәйенләнгән дарыу килтерә. Был дарыу мускулдарҙың тонусын, шул иҫәптән тарҡау склероз һәм фалиж ваҡытында, күтәреү өсөн ҡулланыла.

– Һәр ҡыҙыҡай биш-туғыҙ төймә дарыу ашаған. Бынан һуң уларҙың хәле насарлана. Тиҙ арала дауаханаға алып барыу талап ителә. Әле ҡыҙҙар Өфөләге Республика клиник балалар дауаханаһындағы реанимация бүлексәһендә. Хәлдәре тотороҡло ауыр тип баһалана, – тип әйткән хәлде белгән сығанаҡ.

Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү бара. Ә ҡыҙҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләйек.

Ата-әсәләр! Балалар менән иғтибарлы булыу талап ителә. Ғәҙәттә, ярамаған дарыу ашап бәләкәй балалар ағыулана. Әммә, күренеүенсә, ҙурыраҡ балаларға ла иғтибар кәрәк. Бәләкәстәрҙән дарыуҙы йәшереп ҡуйырға булһа, ҙурыраҡ балалар менән даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ! 

Фото: rostoday.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: