Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында Ҡариҙел йылғаһындағы бер һыҙатлы боҙ аша сыға торған юл ябылды. Хәрәкәт боҙҙоң йоҡарыуына бәйле туҡтатылды. Әле унда тыйыу аншлагтары ҡуйылған.
Шул уҡ ваҡытта түбәндәге боҙ аша үтеү юлдары асыҡ ҡала:
– Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылында Ағиҙел йылғаһындағы биш тонна ауырлыҡты күтәреү мөмкинлеге булған, бер һыҙатлы, уның киңлеге 100 метр, 800 метр оҙонлоғондағы боҙ юлы;
– Бөрө районының Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһындағы йөк күтәреү һәләте өс тонна булған, ике һаҙатлы, 20 метр киңлегендәге һәм 520 метр оҙонлоғондағы боҙ юлы;
– Краснокама районының Никола-Березовка ауылында Кама йылғаһындағы өс тонна йөк күтәреү һәләте булған, бер һыҙатлы, 100 метр киңлегендәге, 800 метр оҙонлоғондағы боҙ юлы.
Көндәр йылыныуына бәйле һыу ятҡылыҡтарында боҙ көндән-көн хәүефлерәк була бара, был иһә бәхетһеҙ осраҡтарға килтереүе лә ихтимал. Шуға ла граждандарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим.
Боҙға автотранспорт менән бер үк сыҡмағыҙ. Автомобилдә тик рөхсәт ителгән урындарҙан ғына йөрөгөҙ. Һыу ятҡылыҡтарын йәйәүләп үтеү ҙә тыйыла, рөхсәт ителгән урындарҙан ғына йөрөгөҙ.
Фото: @mchsrb.