Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылында янғын сыҡҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, "ҡыҙыл әтәс" бер йортҡа ҡунаҡлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр ут менән көрәшеп бөткәс, 1956 йылғы ирҙең кәүҙәһенә юлыҡҡан.
Ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөмө эшләй, янғын сәбәптәре асыҡланы.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, быйыл йыл башынан республикала 1266 янғын сығыу осрағы теркәлгән, унда 56 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
* электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;
* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;
* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларығыҙға бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайлама. Ул ут сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"