Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, халыҡ һәм предприятиелар өсөн яҙғы ташҡын хәүефе иҫәпкә алынған.
– Потенциаль хәүефле һәм социаль әһәмиәтле объекттар ташҡын зонаһына инмәй. 25 муниципалитеттағы 57 хәүефле участка контролдә тотола. Боҙ ҡатламын яһалма иретеү һәм бысыу буйынса иҫкәртеү сараларын тулы күләмдә башҡарғандар. Боҙ тығындары хәүефенә иғтибар итергә әҙербеҙ, – тине Марат Латипов.
Һыу баҫҡан биләмәләрҙән халыҡты эвакуациялау осрағына республикала 85 меңдән ашыу кеше һыйышлы 440-тан ашыу ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Ташҡындың иң насар сценарийҙарын ғәмәлгә ашырғанда халыҡ беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитовҡа яҙғы ташҡын осоронда федераль территориаль органдарҙың, төбәк һәм муниципаль структураларҙың ведомство-ара эш итеүен көйләргә ҡушты.
– Ташҡындың тигеҙ булыуы көтөлә, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта дала һәм тау йылғаларын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Район һәм ҡала башлыҡтарына һыу баҫыуға ваҡытында иғтибар итеү һәм унда йәшәгән халыҡҡа оператив ярҙам күрһәтеү өсөн баҡсасылыҡ ширҡәттәренә иғтибар итергә кәрәк. Апрель башында республика яңы ҡотҡарыу вертолётын аласаҡ. Уны яҙғы ташҡын осоронда ла йәлеп итергә кәрәк.
Шулай уҡ төбәк Башлығы профилле министрлыҡтарға янғынға һәм уттың таралыуына юл ҡуймау өсөн мөмкин булған урман янғындарына бәйле хәлде күҙәтергә ҡушты.
Фото: Башинформ.