Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Март 2022, 21:00

Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ

Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта йөк автомобиле янып китә.

Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ
Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ

Бөгөн Саҡмағош районында автомобиль аварияһында тағы ла бер кешене юғалттыҡ. Һәләкәт көндөҙгө 14.00 сәғәттә Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы  автомобиль юлының 63-сө саҡрымында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “ГАЗель” менән “Datsun on-DO” төкөшә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта йөк автомобиле янып китә.

Еңел автомобиль водителе “Ашығыс ярҙам” килгәнгә тиклем үк йән бирә. Шулай уҡ “ГАЗель” йөк машинаһы водителенә һәм уның пассажирына ярҙам талап ителә.

28 мартта Ҡариҙел районының Озерки ауылында иртәнге сәғәт алты тирәһендә юлда ир мәйете табыла. Фараздарҙың береһе буйынса, уны транспорт сараһы менән бәрҙереп киткәндәр. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Уға бәйле мәғлүмәттәргә эйә булғандар 8 (34744) 2-03-63 телефоны аша Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡариҙел районы буйынса эске эштәр бүлегенә шылтырата ала.

Шулай уҡ кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһы Хоҙайбирҙе урамының машинала йөрөргә рөхсәт ителмәгән урынында Күмертау ҡалаһынан 22 йәшлек водитель “Nissan X-Trail” автомобилендә 46 йәшлек ирҙе төкөтә. Йәйәүле медицина ярҙамы килгәнсе йән бирә. Уның кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаған.

Күмертау ҡалаһының Машиналар эшләү урамында 20 йәшлек водитель идара иткән “ВАЗ-2109” автомобиле “ПАЗ” пассажирҙар автобусы менән бәрелешә. Автобус рулендә - 47 йәшлек водитель. Бәхеткә күрә, пассажирҙарһыҙ, ойошманың туҡталҡаһына китеп барған була. “ВАЗ-2109” автомобилен йөрөткән кешенең водитель танытмаһы юҡлығы асыҡлана. Ул тән йәрәхәттәре ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында ошондай юл-транспорт ваҡиғалары әленән-әле теркәлеп тора. Уларҙың һәр береһенең төп сәбәбе - ҡағиҙәләрҙе үтәмәү. Мәҫәлән, уҙған тәүлектә һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа туғыҙ кеше тән йәрәхәттәре алған, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 1700 осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 48 кеше тотолған. Ғәйеп, әлбиттә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгән водителдәрҙә һәм йәйәүлеләрҙә.

Аҙна мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, 21 - 27 мартта республика юлдарында 50 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 56 кеше тән йәрәхәттәре алған. Авариялар төрөнә килгәндә, 26 бәрелеш, бер түңкәрелеү, 20 йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осрағы.

Мәғлүм булыуынса, юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау маҡсатында республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә, тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған. Шундай иҫкәртеү эштәре даими уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар кәмемәй тиерлек. Һуңғы аҙнала ғына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ошондай 14270 осраҡ асыҡлаған. Шул иҫәптән 240 эскән водителде тотҡандар. Тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан 375 автомобиль хужаһына, балаларҙы ташыу ҡағиҙәһен боҙған 515 водителгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәгән 366 йәйәүлегә, йәйәүлене үткәрмәгән 332 водителгә протоколдар төҙөлгән.

Һандар телһеҙ, әммә уларҙа - беҙҙең тормош сағылышы. Юлдарҙағы хәлдәргә бәйле осраҡтарға байҡау яһағанда, бер урында тапанабыҙ кеүек. Республика водителдәре араһында бурыстарына яуапһыҙ ҡарағандар күп. Тап ошо - авариялар, имгәнеү, аңһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр сәбәбе. Водителдәр тәү сиратта кешеләр ғүмере өсөн яуаплы икәнен онотмаһын ине.

Юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.        

Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ
Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ
Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ
Саҡмағошта тағы бер кешене юғалттыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: