Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Март 2022, 10:00

Аварияла халыҡ артисы менән ҡатыны вафат булған

Уларҙың ике балаһы ҡалған. 

Аварияла халыҡ артисы менән ҡатыны вафат булған
Аварияла халыҡ артисы менән ҡатыны вафат булған

Кисә кис Белорет районында ҡурҡыныс авария булды. Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 190-сы километрында Great Wall менән Маn ҙур йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел машинаның рулендә 58 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе ултырған, ә йөк машинаһына 57 йәшлек Силәбе кешеһе идара иткән. Аварияның һөҙөмтәһе ауыр: еңел машиналағы ике кеше лә урында һәләк булған.

Бөгөн иһә был ҡурҡыныс аварияла Башҡортостандың халыҡ артисы вафат булыуы асыҡланды. Ул – Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны Хөснә Әхмәтйәнова. Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Ғаилә кис көнө Әбйәлил районына туғандарын ерләүгә китеп барған. Уларҙың ике балаһы ҡалғаны билдәле.

Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы 1964 йылдың 1 июлендә Ишембай районының Ибрай ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенең башҡорт драма театры актеры булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә артист бик күп ролдәр башҡарған, төрлө образдар тыуҙырған.  “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемде Фәим Әхмәтйәнов бер йыл элек республика Башлығы ҡулынан алды.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: