Былтыр августа Стәрлетамаҡ дауаханаһында булған был хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Ике әсә яңы ғына сабыйҙарын табып, палатала ял итеп ятҡан саҡта була ул. Ҡапыл берәүһе тора ла, күршеһенең балаһын алып, тәҙрә аша тышҡа ырғыта. Палата өсөнсө ҡатта урынлашҡан була. Саҡ тыуған бәпес алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.
Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды был ҡот осҡос аҙымға барған 30 йәшлек ҡатынға ҡарата суд ҡарары ҡабул итте.
“Суд психология-психиатрия экспертизаһы һөҙөмтәләренә ярашлы, Алина А-ның психикаһы ҡаҡшауы асыҡланған, был уны үҙ ғәмәлдәренең ысын характерын һәм ижтимағи хәүефлелеген аңлауҙан һәм улар менән етәкселек итеүҙән мәхрүм итә. Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды Алина А-ны енәйәт яуаплылығынан азат итте, ул махсус типтағы стационар шарттарҙа психиатрия ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаһында мәжбүри дауалау аласаҡ”, - тип белдерҙеләр судта.
Республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тәфтишсе психикаһы боҙолған пациенттарҙы урынлаштырғанда өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итеү өсөн Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы адресына енәйәткә булышлыҡ иткән хәлде бөтөрөү тураһында күрһәтмә индергән.
Фото: serpukhov-today.ru