Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Март , 19:00

Кеше йәнен ҡыйғандарға ниндәй яза бирелде?

Таксистың үле кәүҙәһен Саҡмағош районына илткән юл буйындағы соҡорҙа тапҡайнылар...

Кеше йәнен ҡыйғандарға ниндәй яза бирелде?
Кеше йәнен ҡыйғандарға ниндәй яза бирелде?

2021 йылдағы был ваҡиғаның ағышы иң ҡурҡыныс фильмдағы һымаҡ: 28 һәм 56 йәшлек ике иҫерек ир такси саҡырта. Тәүге таксист ни өсөндөр шикләнеп, уларҙы ултыртыуҙан баш тарта. Шунан иҫеректәр икенсегә такси саҡырта.

Юл буйында "Лада Гранта" водителенә туҡтарға ҡушалар. 28 йәшлеге ҡапыл таксисты быуа башлай. Үлгәндер инде тип уйлап, уны артҡы ултырғысҡа күсереп һалып, рулгә үҙе ултыра һәм ҡуҙғалып китәләр.

Таксист ҡапыл иҫенә килеп, ҡаршылыҡ күрһәтә башлағас, юлбаҫарҙарҙың йәше тағы уны быуа, ул арала зыян күреүсе бер нисә тапҡыр уға бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Үле кәүҙәне бер соҡорға ташлап, енәйәтселәр ҡасырға маташа, тик, рулгә идараны юғалтып, тимер бағанаға бәреләләр һәм шул урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы тотҡарлай. Ә таксистың кәүҙәһен Саҡмағош районына илткән юл буйындағы соҡорҙа табалар.

Яман әҙәмдәр үҙҙәренә ташланған ғәйепте өлөшләтә генә таныған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, суд 28 йәшлек ирҙе 19 йылға, уның әшнәһен 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм ҡарары сығарған.

Фото: migrantjcenter.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в