Синоптиктар хәбәр иткән һауа торошона күҙ һалһаҡ, 10 апрелдән һуң йылыта башлай. Тимәк, ҙур һыуға әҙер торорға кәрәк. Ташҡындың былтырғы кеүек булыуы ла ихтимал, сөнки ҡар ҙа мул, етмәһә, яуым-төшөм дә көтөлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙғарған оператив кәңәшмәлә сығыш яһаусылар бөтә ташҡынға ҡаршы хеҙмәттәр ҙә яҙғы ташҡынды ҡаршылауға әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская әйтеүенсә, 2021 йылда йылғаларҙағы иң юғары һыу кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә тиң булған, боҙ тығылыуы арҡаһында айырым урындарҙа ныҡ күтәрелгән.
– Быйылғы тикшереү һөҙөмтәләре һыу һаҡламын төрлөсә күрһәтә – Ағиҙел һәм Нөгөш йылғалары үрендә ул норманан 20 процентҡа кәм, ә Дим йылғаһында норманан 48 процентҡа юғары, – тине етәксе.
Алдағы йылдарҙағына ҡарағанда, йылғаларҙа боҙ бер-ике көнгә һуңыраҡ китер тип көтөлә: Ағиҙел йылғаһы үрендә – 13 – 19 апрелдә, урта ағымында – 8 – 14 апрелдә, түбәнге ағымында – 14 – 21 апрелдә. Республиканың иң ҙур йылғаһы Ағиҙел бассейнында һыу норма сиктәрендә һәм 1,2 метрға кәмерәк, ә дала йылғаларында норманан 0,5 метрға юғары булыр тип фаразлана.
– Шул уҡ ваҡытта дала йылғаларына айырыуса иғтибар бирергә кәрәк, сөнки улар асылғас, ике-өс көндән һуң ҡапыл ташып китеүсән. Яуым-төшөм көслө булғанда йәки ҡапыл иретеп, тығындар барлыҡҡа килгәндә, был участкаларҙа һыу күбәйәсәк, – тип иҫкәртә Вилора Горохольская.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, яҙғы ташҡындан зыян күреү ихтималлығы булған кешеләр һәм предприятиелар иҫәпкә алынған.
– Һыу баҫыуы ихтимал булған 25 муниципалитеттағы 57 участка күҙәтеү аҫтында. Боҙ ҡатламын йоҡартыу маҡсатында ҡарайтыу һәм бысыу кеүек эштәр тулы күләмдә алып барыла. Боҙ тығыны барлыҡҡа килгән осраҡта ла сара күрергә әҙербеҙ, – тип белдерҙе ул.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда һыу баҫҡан биләмәләрҙән кешеләрҙе эвакуациялау өсөн республикала 85 мең кешене һыйҙырырға мөмкин булған 440 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Ундай ваҡытта тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә бар.
– Ташҡын тыныс үтер тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта тау һәм дала йылғаларын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ҡала һәм район башлыҡтарына һыу баҫыуға ҡарата сара күреү һәм ундағы кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн баҡса ширҡәттәренә иғтибар биреү мөһим. Апрель башында республика ҡотҡарыусы яңы вертолет аласаҡ. Уны яҙғы ташҡын осоронда ҡулланырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, боҙ тығындарын һәм һыу баҫҡан урындарҙы күҙәтеү буйынса 127 оператив төркөм булдырылған: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында – 64, хакимиәттәрҙә – 63.
Боҙ ҡатламын ватыу буйынса шартлатыу эштәре талап ителгәндә хакимиәттәр менән тура килешеү нигеҙендә махсуслашҡан ойошмаларҙы, шулай уҡ Шишмә районының Алкин ауылында урынлашҡан хәрби часты хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә йәлеп итеү ҡаралған.
– Боҙ тығындарына ҡаршы сара күрелә. 10 һәм 11 мартта хәрби часть көстәре ярҙамында Шишмә районының Өршәк йылғаһында шартлатыу эштәре уҙғарылды, – ти ул.
Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, 12 – 14 апрелдә идаралыҡ органдары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһы көстәре менән берлектә янғын хәүефе миҙгелендәге, ташҡын ваҡытындағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй команда-штаб күнекмәләре уҙасаҡ, әлеге ваҡытта уға әҙерлек эштәре бара.
Рәмилә МУСИНА.