Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Апрель 2022, 10:00

"Водителгә насарлыҡ килтермәйем, ә ғүмерен һаҡлайым"

Мәғлүм булыуынса, һәләк булған водитель хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған булған...

"Водителгә насарлыҡ килтермәйем, ә ғүмерен һаҡлайым"
"Водителгә насарлыҡ килтермәйем, ә ғүмерен һаҡлайым"

Кесаҙна көнө Благовещен районында Өфө – Яңауыл юлының 48-се километрында Кушнаренко районынан 48 йәшлек ир “Mercedes ML-350” автомобилендә юл ситендә торған “International” йөк машинаһына барып бәрелә. Һөҙөмтәлә водителе ваҡиға урынында йән бирә. Мәғлүм булыуынса, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған булған...

Үлем осраҡтарының сәбәптәре күп, әммә иң үкенеслеһе шундай аңһыҙ үлемдәрҙер. Юл-транспорт ваҡиғаларын ошондайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Машинала тәғәйен урынға елдерәһең, әммә барыһы ла күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға. Кем ғәйепле?

Шулай уҡ аварияларҙың артыуына, уларҙа кешеләр һәләк булыуына эсеү сәбәпсе икәне лә сер түгел. “Иҫерек водитель – ысын үлтереүсе” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Шуға ла эскән кешенең рулгә ултырғанын күрһәгеҙ, уны туҡтатырға тырышырға кәрәк. Баш бирмәҫкә, ҡаршылыҡ күрһәтергә маташһа ла, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, рулдән төшөрөү мөһим. 

Һуңғы күрһәткестәргә килгәндә, быйыл ике айҙа эскән водителдәр ҡатнашлығында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 15 кеше зыян күргән, берәүҙең ғүмере өҙөлгән. Ошондай осраҡтар булмаһын өсөн эскән кешенең рулгә ултырыуына юл ҡуймаҫҡа, йәки дәүләт автоинспекцияһына хәбәр итергә мөмкин. Водителгә насарлыҡ килтереү түгел, уны ҡотҡарыу маҡсатында яһалған аҙым был - шулай тип уйлап эш итергә кәрәк. Эскән водителдәр тураһында “102” телефонына хәбәр итеүҙе һорайҙар ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлығыҙ имен булһын!  

Фото: скриншот.

"Водителгә насарлыҡ килтермәйем, ә ғүмерен һаҡлайым"
"Водителгә насарлыҡ килтермәйем, ә ғүмерен һаҡлайым"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: