Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2022, 15:45

Ҡарҙар ирей, һыу таша...

Ҡар һыуҙары баҫыуы тураһында 110 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 

Ҡарҙар ирей, һыу таша...
Ҡарҙар ирей, һыу таша...

Быйыл яҙ һуңланы. Әммә һуңғы көндәрҙә ҡапыл йылытты һәм ҡар бик тиҙ итеп ирей башланы. Ул һыу баҫыу ҡурҡынысы менән янай.

Башҡортостанда барлыҡ хеҙмәттәр яҙғы ташҡынға әҙер. Ағымдағы хәл тураһында Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

– Дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашыу ерҙә боҙ ҡарайтылды, кәрәк урындарҙа киҫелде, Өршәк йылғаһы шартлатылды. Бөгөн һәм иртәгә Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында шартлатыу эштәре башҡарыла. Ташҡын хәүефе булған йылғаларҙа ун яңы гидропост ҡуйыу тамамланды. Республикала йәшәүселәр өсөн гидропостарҙан мәғлүмәт – Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында, – тине ул.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, үткән аҙнала 112 системаһына 48 меңдән ашыу шылтыратыу булған, улар араһында йорт яны биләмәләрен һәм юл участкаларын ҡар һыуҙары баҫыуы тураһында 110 хәбәр алынған.

– Был мөрәжәғәтәтәр буйынса эштәр башҡарыла, һыу үткәргес торбалар һәм ирегән һыу таҙартыла, – тине ул.

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: