Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2022, 15:25

Риэлторға кем ҡул күтәргән?

Сетерекле хәлдең осона алты йылдан һуң ғына сығылған.

Риэлторға кем ҡул күтәргән?
Риэлторға кем ҡул күтәргән?

Башҡортостан тәфтишселәре 2015 йылдың ҡышында башҡарылған енәйәтте асыуға өлгәшкән. Ул ваҡытта билдәһеҙ әҙәм үҙ йорто янында риэлторға бысаҡ менән сәнсеп ҡаса. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында ғына ҡатын иҫән ҡала. Ә бына яман уйлы бәндәнең кем икәнлеген оҙаҡ ваҡыт асыҡлай алмайҙар.

2021 йылда тәфтишселәр, криминалистар һәм полицейскийҙар сетерекле был эште яңынан күтәреп, зыян күреүсенең һөнәренә бәйле йә булмаһа кем менән насар мөнәсәбәттә булыуын эҙмә-эҙлекле тикшергән. Һөҙөмтәлә енәйәтте башҡарыусының һәм заказ биреүсенең шәхестәре асыҡланған.

Тикшереү күрһәтеүенсә, риэлтор бер эшҡыуар менән коммерция эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса оҙайлы низағҡа инә. 2015 йылда эшҡыуар уртаҡ танышына был эште яйға һалыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Уныһы проблеманы һөйләшеү юлы менән хәл итә алмағас, йәне көйөп, ҡатынды үлтерергә хәл иткән. Бының өсөн ул үҙ компанияһында хеҙмәт иткән 42 йәшлек ирҙе киллер итеп яллай. Енәйәтте башҡарыусы риэлторҙы күҙәтеп йөрөй башлаған һәм 2 февралдә, ҡорбанын өйө янында көтөп алып, уға ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп ҡаса.

Үлтереүсе ғәйебен танымаған. Ул үҙаллы эш итеүен һәм ҡатынды һис тә үлтерергә теләмәүен белдергән. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Ә кеше ғүмерен ҡыйырға тип заказ биргән әҙәм әлеге мәлдә федераль эҙләүҙә. Уға ситтән тороп ғәйеп ташланған һәм ҡулға алырға тигән ҡарар сығарылған, тип хәбәр иткәндәр БР Тәфтиш комитетынан.

Фото: ufa-news.net

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: