Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2022, 11:35

Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар

Кисә бер юлы ике йәйәүленең ғүмере өҙөлдө.

Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар
Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар

Кисә кис бер үк ваҡыттараҡ ике районда йәйәүлеләрҙе бәрҙергәндәр.

Баймаҡ ҡалаһының Стахановсы урамында билдәһеҙ водитель 61 йәшлек ирҙе тапатып ҡасҡан. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем йән биргән. Әле авария урынын ташлап киткән водителде эҙләйҙәр. Мәғлүм булыуынса, автомобиль механик зыян күргән, ул беҙҙең илдә етештерелгән.

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы ошо ваҡиғаны күргән кешеләрҙең, мәғлүмәткә эйә булғандарҙың республиканың ЮХХДИ идаралығына 8(347) 235-84-02 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорай.

Әлбиттә, иртәме-һуңмы ул водитель табыласаҡ, үҙе ғәйебен танып тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итһә, яҡшыраҡ булыр.

Шулай уҡ кисә кис Күгәрсен районында Иҫке Собханғол – Маҡар автомобиль юлының 109-сы саҡрымында 27 йәшлек егет “ВАЗ-2107” автомобиле рулендә 67 йәшлек йәйәүлене тапатҡан. Был осраҡта ла йәйәүле һәләк булған. Юл буйлап китеп барған ирҙең кейемендә утты сағылдырыусы элементтар булмаған.

Ошондай фажиғәле хәлдәргә осрамаҫ өсөн йәйәүлеләргә лә юлда һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Үҙегеҙҙе генә әрәм итмәйһегеҙ бит, башҡаларҙы ла утҡа һалаһығыҙ. Ниндәй генә сәбәптәр булмаһын, кем генә ғәйепле булмаһын, был хәлгә тарыған водителгә лә артабан йәшәүе еңелдән түгел.

Фото: @bash_gibdd

Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар
Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар
Баймаҡта йәйәүлене тапатып ҡасҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: