Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2022, 22:50

"Беҙ уяу!"

Радий Хәбиров: “Әлеге кадрҙарҙа – Әй йылғаһындағы шартлатыу эштәре. Был боҙ тығындарына, һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә юл ҡуймау өсөн кәрәк".

"Беҙ уяу!"
"Беҙ уяу!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост яңып, видеояҙма ҡуйҙы. Ул быйылғы ташҡынға бәйле.

“Әлеге кадрҙарҙа – Дыуан районы Әй йылғаһындағы шартлатыу эштәре. Был боҙ тығындарына һәм һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә юл ҡуймау өсөн кәрәк. Кисә Шишмә районының Өршәк йылғаһында ла ошондай эштәр башҡарылды.

Ташҡындың нисек үтерен әйтеүе ҡыйын – күп нәмә һауа торошона бәйле буласаҡ. Әлегә фараздар һәйбәт. Әммә тәбиғәт үҙ көсөн күрһәтә башланды – Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫҡан. Әле йылға үҙәнгә ингән, кешеләр өйҙәренә ҡайтты. Хәлде контролдә тотабыҙ. Уйһыулыҡтарҙа йыйылған һыуҙы һурҙырып алалар. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡҡа ҡоймаларҙы тергеҙергә, биләмәне таҙартырға ярҙам итә.

Республика ташҡынға әҙер, беҙ уяу. Ҡурҡыныс янаған урында йәшәүселәр, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Хәүеф зонаһында булһағыҙ, кәрәкле телефондар: (тәүлек әйләнәһенә) 112, 101 – ҡотҡарыу хеҙмәте, 8 (347) 222 87 89 – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының ышаныс телефоны”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: