Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Апрель 2022, 10:45

Белорет районында ауылды һыу баҫҡан

Һыу йорттарҙың тәҙрәһенә тиклем еткән

Белорет районында ауылды һыу баҫҡан
Белорет районында ауылды һыу баҫҡан

Бөгөн төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан Белорет районының Ғәбдөк ауылында Инйәр йылғаһының ташыуы тураһында хәбәр итәләр. Йылға үҙәненең 110 градусҡа ҡапыл боролоуы һөҙөмтәһендә тығын барлыҡҡа килгән.

Ғәбдөк ауылында 168 хужалыҡ, уларҙа 549 кеше йәшәй, шул иҫәптән 87 бала. Ауылды дүрт социаль объект бар: мәктәп, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын хаҡында халыҡҡа хәбәр итәлгән, мәғлүмәт еткерелгән. Ауыл мәктәбе бинаһында  50 кешегә ваҡытлыса урынлашыу пункты ойошторолған. Әле унда ун кеше, шул иҫәптән бер бала урынлаштырылған, ҡалғандар туғандарына һәм күршеләренә барған. Ауылда дарыу һәм аҙыҡ-түлек һаҡламы етерлек. Дөйөм алғанда, 103 кешене эвакуациялағандар, шул иҫәптән 18 баланы.

Аэрофото төшөрөүҙе ойоштороу, һыуҙың кимәлен һәм хәлде күҙәтеү буйынса ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы буйынса оператив төркөм һәм пилотһыҙ авиация системаһы төркөмө эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр, район хакимиәте вәкилдәре ваҡиға урынында халыҡҡа ярҙам итә.

Тығын барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә Инйәр йылғаһында һыу ҡапыл күтәрелә һәм уның кимәле 475 сантиметр кимәленә етә, 45 йорт һыу аҫтында ҡала. Иртәнге 8:30 сәғәткә һыу ҡайтып, 271 сантиметр тәшкил иткән. Ауылдың Йәштәр һәм Инйәр урамдарын һыу баҫҡан булған. Һыу йорттарҙың тәҙрәләренә тиклем еткән. Әле һыу ҡайтҡан, итектәр менән йөрөргә була, тип хәбәр итте урындағы халыҡ.

Фото: @mchsrb       

Белорет районында ауылды һыу баҫҡан
Белорет районында ауылды һыу баҫҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: