Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Апрель 2022, 21:00

Билдәле рәссам ҡатыны менән аварияла һәләк булған

Был ҡурҡыныс аварияла бер кем дә иҫән ҡалмаған...

Билдәле рәссам ҡатыны менән аварияла һәләк булған
Билдәле рәссам ҡатыны менән аварияла һәләк булған

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. 3 апрелдә күрше Силәбе өлкәһендә авария булып, ике яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Фажиғә өлкәнең Верхнеуральск районында, Сыбаркүл – Уй – Магнитогорск трассаһында булған. Яҡташтарыбыҙ “Лада Ларгус” машинаһында китеп барған. Улар 39 йәшлек ир идара иткән “Лада Гранта” менән бәрелешкән.

Аварияның ни сәбәпле килеп сыҡҡаны билдәле түгел. Әммә ул шул тиклем көслө булған, урында ике машинаның водителдәре һәм пассажирҙары һәләк булған.

Аҙағыраҡ асыҡланыуынса, “Ларгус”та билдәле рәссам Рәмил Ғайсин менән уның ҡатыны ултырған. Иргә 67 йәш булғаны билдәле.

Рәмил Ғайсин – билдәле рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Пенсияға сыҡҡансы Учалы ҡалаһындағы балалар художество мәктәбе етәксеһе булған. 40 йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда бик күп таланты рәссамдар үҫтергән. Эштәре Өфө, Белорет, Сибай, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург залдарында ҡуйылған. Уларҙа тыуған Башҡортостанының тәбиғәте матурлығын күрһәткән.  

Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото: "КП-Өфө".

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: